Содержание
-
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында презентация
-
Мин фәрештә түгел, кеше инем,Ерҙә кеше булып йәшәнем.Хаҡһыҙлыҡты күрһәм, ярып әйттем,Йәшен булып ярһып йәшнәнем.
Ә. Таһирова
-
Оло юлға аяҡ баҫыу… Зәйнәб Биишева Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында1908 йылдың 2 ғинуарында, бөрйән ырыулы ярлы крәҫтиән Абдулла ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик иртә етем ҡала. Зирәк ҡыҙ бәләкәй саҡтан белемгә ынтылып үҫә. Әммә тормош ауырлығы арҡаһында 4-се класты фәҡәт 1924 йылда ғына тамамлай.Мәктәп йылдарында ул шиғырҙар яҙа башлай.
-
Зәйнәб Биишеваның Ырымбурҙағы Башҡорт педтехникумында уҡыған саҡта төшкән фотоһы. Шул йылдың йәйендә Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курсында, аҙаҡтан Ырымбурҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡый. Уҡыу йылдарында ул әҙәбиәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай,техникумда сығарылған «Йәш быуын» журналынаматериалдарйыя, мәҡәләләряҙа, онотолопкитепкитаптаруҡый.
-
1929-1931 йылдарҙа Зәйнәб Биишева Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1931 йылда Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡала. 1938- 1951 йылдарҙа – төрлө гәзиттәрҙә, комитеттарҙа эшләй. 1951 йылдан һуң Зәйнәб Абдулла ҡыҙы профессиональ яҙыусы.
-
Ғаиләһе
Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ире Ғәзиз Әминевһуғыштаҡатнаша, орден-миҙалдар менәннаградлана, ҡатыяраларалып, икенсетөркөм инвалиды булыпҡайта. Зәйнәб апайбайтаҡйылдарауырыуирен, етемапаһынҡарай, өсулынаяҡҡабаҫтыра. Бөгөнолоулы Тельман Әминев – химия фәндәредокторы, профессор, Рәсәйтәбиғәтфәндәреакадемияһындаэшләй, уртансыһыЮлай– шулайуҡғалим, тәбиғәтфәндәре кандидаты, әсәһенеңәҫәрҙәреннәҡулруссағатәржемәиткән. Кинйәулы, табип Дарвин, ҡыҙғанысҡаҡаршы, мәрхүмбулыпҡалған. З.Биишева ғаиләһе менән.
-
Ижады
«Алла шаһит, уйҙарымдың сиге юҡ, ҡәләмемдең осо юҡ.”З.Биишева
-
Зәйнәб Биишева – оҙайлы ижад юлы үткән яҙыусы. «Гөрләүектәр араһында» исемле хикәйәһе «Октябрь» журналында 1930 йылда баҫылып сыға. Әҙәби ижадҡа ныҡлап Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ныҡлап тотона.1941-1942 йылдарҙа «Өс кис», «Партизан малай» исемле хикәйәләре донъя күрә. Унда үҫмерҙәрҙең һуғыш яландарында күрһәткән батырлыҡтары кәүҙәләндерелә.
-
Бөгөн Зәйнәб Биишеваны әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы тип беләләр.
-
Шиғриәт
Әҙибәнең тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмаларын, «Гөлъямал» исемлешиғри повесын, «Салауаттың һуңғы монологы» поэмаһын халыҡ, әле булһа ла, яратып уҡый.
-
Йәшәү бәхете.Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта. Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, сафлыҡта. Йәшәү бәхете- илең, халҡың өсөнХеҙмәт аша тыуған хаҡлыҡта.З.Биишева
Зәйнәб Биишеваға арналған һәйкәл – проекты. Авторы - Стритович Д. А.
-
«… уның шиғри әҫәрҙәрендә изгелеккә ынтылған йөрәктең таштан да ҡатыраҡ һәм көслөрәк икәнлеге данлана, сөнки ауыртыныуҙы, күтәрә алмаҫ ауырлыҡты тын-тауышһыҙ үткәрә алыу, шул уҡ ваҡытта изге һәм һиҙгер булып ҡалыу бары ысын кешеләргә генә хас.» О.Вәлитов
-
Зәйнәб Биишева - бигерәк тә проза өлкәһендә әүҙем эшләгән яҙыусы.«Сәйеркеше», «Уйҙар, уйҙар», «Дуҫбулайыҡ», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» тигәнповестарындаяҙыусыйәштәртормошоноңмөһимяҡтарынһүрәтләй.Яҙыусыматбуғаттатәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр, иҫтәлектәрменәндәйышсығышяһаны.
-
«Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» тигәнәҫәрҙәреяҙыусыныңхикәйәт жанры оҫтаһыбулыуын да күрһәтте.
-
Башҡорт дәүләт академия һәм башҡа театрҙарҙа уның «Тылсымлы ҡурай», «Гөлбәҙәр», «Нәҙер» пьесаларыбуйынсаспектакльдәрҡуйылды, һәм тамашасылартарафынаняратыпҡаралды.Үҙебеҙҙәтейешлебаһаһыналмаһаларҙа, ваҡытбарыберҙәбөтәһен үҙ урынынаҡуйҙы. Йылдарүткәс, Ижевск драма театры Бөтә Союз милли драматургия фестиваленәбашҡортяҙыусыһының «Нәҙер» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштереп фестиваль лауреаты исеменалды.
-
“Ғүмер китабы”
«Ышанығыҙ миңә, «Кәмһетелгәндәр»ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо, көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм тарихи әҙәбиәтте уҡығандан күберәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт алдым» П.Берков.
-
«Яҡтыға» трилогияһы – оҙайлы тыңғыһыҙ ижадемеше: 1929 йылда, Билалдауҡытҡан сағында, яҙыла башлаған был эпик полотно 70-се йылдарҙа аяҡ баҫҡанда ғына тамамлана.
-
«Был әҫәрҙәрем… - минең тиҫтәләрсә йылдар күңелемдә һаҡлап килгән иң мөҡәддәс теләгем ине. Һәм мин… ошо изге теләккә ирештем»З.Биишева
-
Ошо трилогияһының «Кәмһетелгәндәр», «Уяныу» романдарыөсөн 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ының СалауатЮлаевисемендәге дәүләт премияһы бирелде.
-
«Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы айырымкитапбулыпсыҡҡанда, мин 4-се кластауҡыйинем. Был әҫәрөлкәндәргәгенәтүгел, беҙҙеңйәштәгебалаларөсөндәбүләкбулды. Ҡалынтышлыбулһала, күпуҡыуҙантуҙыпбөткән был китаптыкитапханананбернисәтапҡыралыпуҡыйбашлағас, әсәйемӨфөнәнүҙемәалыпҡайтыпбирҙе»Г.Юнысова
-
«Яҙыусыныңисеменмәңгеләштереү»
Өфөләге Коммунистик урамындағы З.Биишева йәшәгән йортта ҡуйылған мемориаль таҡтаташ Сибай институты алдында әҙибәгә ҡуйылған бюст.
-
Зәйнәб Биишеваның тыуған ере - Туйөмбәттә (Күгәрсен районы) асылған йорт-музейы
Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә: - Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт предприятиеһы, - Өфөләге урам, - Стәрлетамаҡдәүләт педагогия академияһы, - Мораҡауылындадөйөмбелембиреү мәктәбе, - Күгәрсен районының әҙәби премияһы.
-
-Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе булып «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән оло исем алғаншағир, драматург. -Революция һәм граждандарһуғышыосорондабашҡорт халҡының тормошонасыҡсағылдырған эпик романдарижадитеүсе. -Замандаштарытураһындаповестар һәм хикәйәләр, балаларһәмүҫмерҙәрөсөнпьесаларһәмәкиәттәр авторы. -Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенеңбашҡаклассиктарыныңәҫәрҙәренбашҡортсағатәржемәитеүсе. -Әҙибәнең Рәсәй һәм донъяхалыҡтары телдәрендә алтмыштанашыукитабы баҫылып сыҡҡан.
Һәм ул – ЗәйнәпБиишева. 1996 йылда әҙибәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай…
-
Оҫтаның ҡулы ҡала,Шағирҙың һүҙе ҡала…
-
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
Биишева З. Уҡытыусыға ярҙамға. Төҙ. Ф.Б. Юнысова – Өфө, 2007, 3-сө бит. Биишева З. Монолог. Шиғырҙар. Поэмалар. – Өфө, 1986й. Биишева З. Әҫәрҙәр, дүрт томда, том 2. Роман, повестәр, хикәйәттәр, хикәйәләр. – Өфө, 1981. Вәлитов О. Башҡортостандың бөйөк ҡыҙы. //Ағиҙел/ 2008, №1-12-се бит. Килмөхәмәтов Т.А. Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре. Ижади портреттар. – Өфө, 2005. Ф.Әмирханова. Кеше күңеле диңгеҙ бит ул. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2001. №6 http://ukb.ucoz.ru/index/zajnab_biisheva/0-7ttp://sspa.edu.ru/2010-03-19-05-45-25/2010-04-09-06-00-15/139-2010-04-09-05-57-18 http://festival.1september.ru/articles/508555/
Нет комментариев для данной презентации
Помогите другим пользователям — будьте первым, кто поделится своим мнением об этой презентации.