Содержание
-
Кәрим Мостай(псевдоним; ысынисемеМостафаСафичКәримов)
-
1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
-
Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән алып еңеүгә тиклем һуғышта була – бәйләнеш начальнигы, дивизия артиллерияһы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡаты яралана, һауығыу менән һуғыш гәзиттәренең хәбәрсеһе булып эшләй. Һуғыштан һуң тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бирелә.
-
Мостай Кәрим 30-сы йылдар уртаһында яҙа башлай. 1938 йылда уның «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғырҙар китабы, ә 1941 йылда икенсе «Яҙғы тауыштар» китабы донъя күрә. Ул 100-ҙән артыҡ шиғри һәм проза йыйынтыҡтары, 10-дан артыҡ драматик әҫәрҙәр баҫтырған.
-
Билдәле әҫәрҙәре: шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Ваҡыттар», пьесалары «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн аралаш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!», повестары «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Бәләкәй таған», «Ярлыҡау», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».
-
Мостай Кәримдең әсәрҙәре Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең унлаған телдәренә тәржемә ителгән. Ул – билдәле юлдар авторы: Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Рус ерендә шулай үҫкәнмен.
-
1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн уға К.С. Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, ошо уҡ йылда «Һайланма әҫәрҙәр»ҙең беренсе томы өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР-ҙың Республика премияһы бирелә. 1972 йылда «Йылдар артынан» китабы өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә. 1978 йылда Мостай Кәрим «Хәбәр көтәм» китабы өсөн Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара жюриҙың Почетлы дипломы менән бүләкләнә.
-
МостайКәрим 2005-се йылдың 21 сентябрендә Башҡортостандың бөйөк шағиры Өфө ҡалаһының Мосолмандарзыяратындаерләнгән
-
Долгая жизнь и короткая старость... Думалось, этого хватит вполне. …Ведать не ведю, сколько осталось – Дольше, чем нужно, не надобно мне. Мера важна. И бессмыслен избыток, Коль через край наливаешь вино: В землю уйдёт он, желанный напиток, В землю уйдёт, пропадёт всё равно...
Нет комментариев для данной презентации
Помогите другим пользователям — будьте первым, кто поделится своим мнением об этой презентации.