Содержание
-
Минең эш тәжрибәм
Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
-
9-сы һәм 11 класс уҡыусыларына дәүләт имтиханына психологик әҙерлек
-
Маҡсат:имтиханваҡытындатулҡынланыуынһәмимтиханғабәйлекиретойғолар, борсолоу, тынысһыҙланыукүренешенбулдырмауөсөн профилактика Бурыстар: 1.Стрессҡа ҡаршы тора белеүҙеүҫтереү; 2.Уҡыусыларҙа үҙ-үҙенәышанысһәмүҙмөмкинлектәренбаһалайбелеүҙетәрбиәләү ; 3. Төрлөхәлдәрҙәэмоциональкөсөргәнештәнарынып, үҙеңдеҡулғаалырғаһәмтынысландырабелеүысулдарынаөйрәтеү 4.Имтитханға ҡарата объектив мөнәсәбәтбулдырыу.
-
Хәтерҙе күнектереү
Дәүләт имтиханына 5-се кластан алып 9-сы класҡа тиклемге үтелгән темалар инә. Ә күпселек ваҡытын интернет селтәрендә үткәргән уҡыусыларҙың хәтере насарая барыуы күҙәтелә. Тап шуға ла киләһе күнекмә, хәтерҙе күнектереү өсөн бик яҡшы ысул
-
1-се күнегеү «Хәтер сумаҙаны»
Эш биреме: Тәүге уҡыусы «Мин сәйәхәткә йыйындым һәм сумаҙаныма .... Һалып алдым» тигән фразаны әйтә. Киләһе уҡыусы ошо фразаны ҡабатлай, алдағы уҡыусы әйткән предметты һәм үҙенекен өҫтәп әйтеп дауам итә. Кластағы һәр уҡыусы ошо рәүешле дауам итә, иң һуңғы уҡыусы бөтә класс әйткән предметтарҙы атап, үҙенекен ҡушып әйтеп тамамлап ҡуя.
-
Иғтибарҙы арттырыу
Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында уҡыусылар имтихан барышында күп хата ебәрә. Эш биремендәге инструкцияға ҡабалан күҙ йүгертеп сыға, иғтибар менән уҡымай һәм шул рәүешле эш биремендәге һорауҙарға яңылыш яуап яҙа. Бындай хәлдәргә тарымаҫ өсөн түбәндәге күнекмә менән иғтибарлы булырға өйрәнәбеҙ.
-
2-се күнегеү«Текст эсендәге текст»
Алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙҙа 3 минут эсендә түбәндәге тексты уҡып сығып, унда яҙылғандарҙы башҡарырға кәрәк. Һәр кем үҙ аллы эшләй һәм бер кемгә лә өйрәтмәй. Һеҙ күрһәтмә буйынса эшләй беләһегеҙме икән? Ваҡыттың сикле булыуын иҫәпкә алып, эшләр алдынан тәүҙә иғтибар менән уҡып сығығыҙ. Өҫтән уң яҡ мөйөшкә исемегеҙҙе баҫма хәрефтәр менән яҙығыҙ. Исемегеҙҙе уратып һыҙығыҙ. Өҫкө һул яҡ мөйөшкә биш бәләкәй шаҡмаҡтар эшләп сығығыҙ. Һәр шаҡмаҡ эсенә крестиктар эшләп сығығыҙ Ҡағыҙҙың өҫкө яғына фамилияғыҙҙы яҙығыҙ. Фамилияның аҫтына уң яҡтан телефон номерығыҙҙы яҙығыҙ Бөтәһе лә ишетерлек итеп, номерығыҙҙы ҡысҡырып әйтегеҙ Телефон һандарын уратып һыҙығыҙ Аҫҡы һул яҡ мөйөшкә крестик эшләгеҙ. Был билдәне өсмөйөш эсенә алығыҙ. Үҙегеҙҙең тауыш менән 10-дан алып 1-гә тиклем һанағыҙ. 3-сө һөйләмдә «мөйөш» һүҙен дүртмөйөш эсенә алығыҙ. «Мин эшләп бөтөп киләм» тип ҡысҡырып әйтегеҙ. Ә хәҙер барыһын да иғтибар менән уҡып сыҡҡандан һуң, ҡушылғандың 1-се һәм 2-се эшен генә башҡарығыҙ.
-
Тәнде яҙыу өсөн релаксация
Бөтәбеҙ ҙә урындарҙан тороп баҫабыҙ һәм ҡулдарҙы юғары күтәреп бөтә тәнебеҙ менән өҫкә ҡарай ынтылабыҙ. Шунан ҡояшҡа етеп, ирегәндәй, тәнебеҙҙе бушаҡландырабыҙ. Өс тапҡыр башҡарабыҙ. Күҙҙәрҙе йомабыҙ, тәрән итеп тын алабыҙ ҙа, күҙ алдыбыҙға түңәрәк килтереп, шуның эсенә ҡапыл ғына тынды сығарып тултырабыҙ. (4 тапҡыр башҡарабыҙ) Ә хәҙер тағы ла тын алып, тынды өсмөйөш эсенә тултырабыҙ. (3 тапҡыр башҡарабыҙ) Был юлы тынды дүртмөйөш эсенә тултырабыҙ. (2 тапҡыр)
-
-
Нет комментариев для данной презентации
Помогите другим пользователям — будьте первым, кто поделится своим мнением об этой презентации.