Содержание
-
Фразеологизмдардонъяһында
Башҡарҙы: 6-сы класс уҡыусыһы Шиһабетдинова Резида Етәксеһе:Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙы
-
Сығышымдың маҡсаты: телмәрҙә йыш ҡулланылған фразеологизмдар менән таныштырыу.Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”, “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә. Теманың исеме: Фразеологизмдар донъяһында.Тикшеренеү эшенең маҡсаты:фразеологизмдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау;телмәрҙә йышыраҡ ҡулланылған фразеологизмдарҙы асыҡлау.ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:фразеологизмдар тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү;кластарҙа фразеологизмдар буйынса тикшеренеү эше үткәреү.Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар.Тикшеренеү эшенең объекты – Абҙан урта мәктәбенең 5-8-се класс уҡыусылары
-
Лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән,бер нисә һүҙҙән тороп,бер генә мәғәнә аңлатыусы һүҙҙәр ҡушылмаһыФразеологик берәмек тип атала.Мәҫәлән:тамаҡ ялғау,күҙ терәү,һөрән һалыу.
-
Мәҡәл, әйтемдәр һәр ваҡыт һөйләм формаһында, ә фразеологик берәмектәр башлыса һүҙбәйләнеш формаһында булалар.Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән.
-
З.Г.Ураҡсиндың “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нән бер нисә фразеологизмдарҙы әйтеп китәһем килә:ағас телле – тупаҫ һөйләшә торған, тупаҫ телле кеше;аҙым һайын – бик йыш;баш күккә тейеү – бик ныҡ шатланыу;башҡа менеү - өҫтөнлөк итеү;донъя күреү – тормош менән яҡындан танышыу, яманын, яҡшыһын татыу;иманын уҡытыу – бик ҡаты яза биреү;кейеҙ ҡолаҡ – кеше һүҙенә ҡолаҡ һалып бармай, әйткәнде алмай торған;ләстит һатыу (сәйнәү) – юҡ-бар һүҙ, ғәйбәт һөйләү;тел Мәскәүгә еткерә - күп һөйләй;сәс үрә торған – ныҡ ҡурҡҡан;һарыҡ яңы ҡапҡаға ҡараған кеүек – аптырап ҡалыу һ.б.
-
Икенсе бүлек.Практик өлөш.5-8 класс уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдар ҡулланыуы.Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент үткәрелде. Тикшеренеү эшендә 51уҡыусы ҡатнашты.Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә фразеологизмдар ҡулланыуын асыҡланыҡ.Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:Фразеологизмдың нимә икәнен беләһегеҙме?Фразеологизмдарҙы телмәреңдә йыш ҡулланаһыңмы?Ниндәй фразеологизмдар беләһең?Уҡыусыларҙың яуаптарын анализлағас, беҙ шундай һөҙөмтәләргә килдек.Беренсе һорауға күпселе к уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Фразеологизм төшөнсәһе менән уҡыусылар рус һәм башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә танышҡандар.Икенсе һорау буйынса яуаптар түбәндәгесә булды:
-
-
-
-
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:Уҡыусыларҙың фразеологик төшөнсәһен аңлау-аңламауы асыҡланды. Бөтә уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Тимәк, был төшөнсә уларға таныш.Уҡыусыларҙың фразеологизмдарҙы телмәрендә ҡулланыуы асыҡланды. Һөҙөмтәләргә таянып, түбәндәге һығымта барлыҡҡа килә: 5-8 класы уҡыусылары телмәрендә фразеологизмдарҙы ҡайһы бер саҡта ҡулланалар. Уҡыусыларҙың телмәрендә ниндәй фразеологизмдар ҡулланыуы асыҡланды.
-
-
Нет комментариев для данной презентации
Помогите другим пользователям — будьте первым, кто поделится своим мнением об этой презентации.