Содержание
-
Теҙемдәр.
-
Һайланма диктант.
1) Йәғәфәрҙең һуғыштан яраланып, госпиталдә ятҡан замандарҙа уҡ һынағаны бар ине: сырхауҙың хәле мөшкөлләнгән һайын, врачтар һиңә илтифатлыраҡ була бара, улар шаян һүҙ, көләмәс һөйләп, кәйефеңде күтәрергә тырыша.
-
2) Ниндәй генә ауыр хәлгә тарыма, иң тәүҙә уны айыҡ аҡыл менән тикшереп ҡара, бөтә ыңғай һәм тиҫкәре яҡтарын тыныс ҡына күҙҙән кисер, ти торғайны Йәғәфәрҙәр ротаһының замполиты.
-
3) Була бит шулай: әҙәм балаһының уй-фекерен, күңел беркеткән ниәтен һис көтмәгән берәй осраҡлы хәл үҙгәртә лә ебәрә.
-
4) Үткенсе елдән дауыл ҡупмаған шикелле, бының ише еңел-елпе тойғоно ла йөрәккә шик сатҡыһы һалырҙай көс, тип уйламайһың, ләкин аң булырға кәрәк бындай саҡта.
Нет комментариев для данной презентации
Помогите другим пользователям — будьте первым, кто поделится своим мнением об этой презентации.